Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
16 Июля , 12:25

Мәктәптә атыш ойошторған Илназ Ғәләүиев өйләнгән

Ғүмерлеккә төрмәгә ябылған егеткә кейәүгә сыҡ әле! Күптәр быға ғәжәпләнеп ҡарай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Мәктәптә атыш ойошторған  Илназ Ғәләүиев өйләнгәнМәктәптә атыш ойошторған  Илназ Ғәләүиев өйләнгән
Мәктәптә атыш ойошторған Илназ Ғәләүиев өйләнгән

Ҡазан мәктәбендә туғыҙ кешене, шул иҫәптән ете баланы, атып үлтергән Илназ Ғаләвиев өйләнгән. Никахты «Ҡара Дельфин» махсус режимлы колонияһында теркәгәндәр. Уға ғүмерендә ике тапҡыр ҙа күрмәгән 18 йәшлек Диана кейәүгә сыҡҡан, тип хәбәр итәләр.

Журналистар менән һөйләшеүҙә енәйәтсенең ҡатыны түбәндәгеләрҙе һөйләгән: "Башта беҙ кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарайбыҙ. Миңә Илназ һөйкөмлө тойолдо, мин уға хат яҙырға булдым. Был 2021 йылда булды. Яҙҙым. Бер ай яуап көттөм. Һәм ул яуап бирҙе. Беҙҙең аралашыу башланды", - тип уртаҡлаша ул.

"Мөхәббәт минең өсөн, беренсе сиратта, үҙ-ара аңлашыу, ярҙам итеү һәм кешене нисек бар, шулай ҡабул итеү. Мөхәббәт - үҙ һайлауыңа тоғролоҡ, - тигән фекер йөрөтә Диана. - Әгәр кешене һайлаһаң, тормош ауырлыҡтарын еңеп, ғүмеремдең ахырына тиклем уның менән ҡулға-ҡул тотоношоп барырға кәрәк, тип һанайым. Шулай уҡ, ул ниндәй генә булмаһын, теләһә кем мөхәббәткә лайыҡ, тип уйлайым».

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас