+15 °С
Дождь


12 июнь иртәһендә Туфан Миңнуллин исемендәге Түбәнге Кама театры артистары - Нурана һәм Алмаз Хөсәйеновтар ғаиләһенә оло һынау килә, тип хәбәр итә “Татар тудей”. Дрон шартлау һөҙөмтәһендә, фатирҙары йәшәргә яраҡһыҙ хәлгә килә, машиналары өҫтөнә плита төшә, үҙҙәре менән бер әйберҙәрен дә алырға өлгөрмәйсә өйҙәренән сығып китергә тура килә. Әлегә улар ғаиләләре менән махсус лагерға урынлаштырылған.