

Көндәрҙең эҫе тороуы халыҡты һыуға тарта. Тик барыһы ла махсус урында ғына һыу инеп өйөнә кире ҡайтып китмәй. Кемдәрҙер, уңайлы мәлде ҡулдан ысҡынырмаҫҡа тырышып, спорт менән шөғөлләнә. Икенселәре, аҡыртып музыка ҡуйып, күңел аса. Ҡотҡарыусыларға төрлөһөнөң ғүмерен ҡотҡарыр өсөн һыу төбөнә китергә тура килә.
Нуриман районының Павловка һыуһаҡлағысында ла көн дә тиерлек бер мажара булып тора. Ана, был ялдарҙа ике сапбордист, ҡотҡарыусы жилеттар ҙа кеймәйенсә, төпкә кереп киткәндәр. Эҫе ҡояш нурҙары, әлбиттә, үҙенекен иткән. Махсус ярҙамһыҙ ярға ҡайта алмаясаҡтарын белгәс, ҡотҡарыусылар саҡырғандар. Етмәһә, берәүһе ауырлы ҡатын булып сыҡҡан.
Фото интернеттан алынды.