+19 °С
Облачно


Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисерә. Егеттәребеҙ яу ҡырында ил именлеге өсөн батырҙарса көрәшә. Шул уҡ ваҡытта ошо мәлде файҙаланып ҡалырға тырышҡан гүзәл заттарыбыҙҙың күбәйеүе аптырата. Танышымдың ҡатыны ЗАГС бүлегендә эшләй, СВО башланғаны бирле никахтарын теркәтеүселәр күбәйеүен әйтә. Әллә егеттәр үтә бер ҡатлымы, әллә гүзәлдәребеҙ үтә башлымы, аптыраҡ. Ауылдарҙа икешәр-өсәр балалы ҡатындар СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәрҙе эләктерә һалып, ЗАГС-ға инергә лә өлгөрәләр. Егеттәр яу ҡырына китә, улар машиналар алып, теттереп йәшәйҙәр. Ғәжәп бит! Ҡиммәттәрҙең үҙгәреүеме, ҡатындарҙың аҙыуымы был?!