

Үҫмерҙәргә бәйле төрлө ваҡиғалар йәй дауамында ишетелеп, һиҫкәндереп, шомландырып тора. Юл хәрәкәтенә бәйле булғандары ла республиканың төрлө төбәгендә бар. Үткән төндә Өфө районының Шмидт ауылы буйлап ун ете йәшлек үҫмерҙең “Racer” мотоциклында йөрөүе билдәле була. Үҫмер егеттең әсәһе саҡырыла, техниканы махсус урынға оҙаталар. Ғөмүмән, был техникаға бәйле йәш быуын аҙым һайын тиерлек аварияға осрап тора. Халыҡ мотоциклдарға бәйле ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорай.
Ә бер көн элек ун өс йәшлек үҫмер арҡаһында авария осрағы теркәлгән. Шишмә районынан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән үҫмер ағаһының машинаһын һорамайынса алып сығып киткән була. Кеше әйберенә айыу майы һөртөү менән бергә, уны эшлектән дә сығара. Юл ситендә машина менән әйләнә, үҙен төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Юл ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булайыҡ!
Фото интернеттан алынды.