Шоңҡар
+12 °С
Ясно
Хәүефһеҙлек
23 Августа , 08:20

Әле үлтермәгән бит...

Бастрыкинға барып еткәнсе беҙҙекеләр нимә ҡараған?

Әле үлтермәгән бит...Әле үлтермәгән бит...
Әле үлтермәгән бит...

Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин Өфөлә йәшәүсе ҡатынға янауҙар һәм урлау тураһында енәйәт эшен тикшереү барышы тураһында хәбәр итергә ҡушҡан. Ведомство етәкселегенең иғтибарына федераль телеканалдағы сюжет сәбәпсе була.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә йыл дауамында ҡатын элекке ире тарафынан эҙәрлекләүҙәргә һәм янауҙарға дусар була. Бер көндө ир уны гаражға бикләп ҡуя, туҡмай һәм бысаҡ менән янай. Хәҙер зыян күреүсе үҙенең ғүмере һәм балаһының именлеге өсөн ҡурҡа.

Кеше урлау һәм аҡса талап итеү статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Александр Бастрыкин Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәкселегенә тикшереү барышы тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушҡан.

Был хәл Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкинға барып еткәнсе беҙҙекеләр нимә ҡараған? “Әле үлтермәгән бит әле,” – тип элекке ире тарафынан зыян күргән ҡатындың ғаризаһын кире ҡаҡтылармы икән? Был енәйәт эшенең төбөнә төшә башлаһаң, һорауҙар баштан уҡ күбәйә.

Фото интернеттан алынды.

Әле үлтермәгән бит...
Әле үлтермәгән бит...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас