Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
2 Сентября , 12:30

"Байрам көнө ҡот осҡос фажиғәгә әйләнде", - тип иҫләй Ляна.

Мәктәп линейкаһына ул әсәһе һәм Зелим ҡустыһы менән килгән булған.

"Байрам көнө ҡот осҡос фажиғәгә әйләнде", - тип иҫләй Ляна."Байрам көнө ҡот осҡос фажиғәгә әйләнде", - тип иҫләй Ляна.
"Байрам көнө ҡот осҡос фажиғәгә әйләнде", - тип иҫләй Ляна.

 

Мәктәп линейкаһына ул әсәһе һәм Зелим ҡустыһы менән килгән булған

Байрам көнө фажиғәгә әйләнмәһен...

Терроризм – ҙур енәйәт. Илебеҙҙә йыл һайын 3 сентябрҙә террорсыларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы дәүләттең һәм йәмғиәттең тупланыу көнө — Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә.

Хәтер көнө Бесланда булған фажиғәле ваҡиғаларға тура килә. Унда, 2004 йылдың 1 сентябрендә, иртән тантаналы линейка ваҡытында террорсыларҙың ҡораллы төркөмө 1-се мәктәпте баҫып ала һәм миналы бинала 1000-дән ашыу уҡыусыны, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын аманат итеп тота. Өс көн буйына кешеләрҙе һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ тоталар. 3 сентябрҙә “Альфа” һәм “Вымпел” махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар ҡатнашлығында бинаға штурм башлана. Үҙенең ҡанһыҙлығы буйынса бығаса булмаған террористик акт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында 186 баланың ғүмере өҙөлә.

– 2004 йылдың сентябрендә өсөнсө класс уҡыусыһы инем. Мәктәп линейкаһына әсәйем һәм Зелим ҡустым менән килдем. Байрам көнө ҡот осҡос фажиғәгә әйләнде, – тип иҫләй Ляна.

Ҡыҙ өс көн аманатта була. Ҡустыһы, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, нисектер юлын табып, бәҙрәфкә бара һәм ауыҙына һыу уртлап алып килеп, Лянаға эсерә. Бер аҙҙан Зелим һәләк була, был ҡайғынан Лянаның атаһы ла үлә – ул полиция хеҙмәткәре була.

Ошондай ауыр ҡайғы кисергән Ляна юғалып ҡалмай. Ул шул саҡта тәртип һаҡлау органдарына эшкә барырға һәм үҙе кеүек ғәйепһеҙ кешеләрҙе яҡларға һүҙ бирә. Ҡыҙ вәғәҙәһен үтәй: эске эштәр органдарына эшкә урынлаша, хәҙер ул полиция офицеры.

Ляна Чеджемова тарихы кисергеһеҙ юғалтыуҙарҙан һуң кешенең лайыҡлы йәшәүгә көс табыуы тураһында. Терроризм ҡурҡыу һәм ғазап тарата, әммә тормош көслөрәк: ул мөхәббәттә, хәтерҙә, изгелек эшләүҙә, көсһөҙҙәрҙе яҡлауҙа көс таба. Терроризмдың киләсәге юҡ, сөнки кешеләр рух көсө һәм кешелек, берҙәмлек нигеҙендә яңынан аяҡҡа баҫа белә.  

Бесландан һуң Милли террорға ҡаршы комитет ойошторола, ә бер йылдан һуң иҫтәлекле көн булдырыла. 3 сентябрҙә илебеҙҙә һәм унан ситтә булған бөтә теракт ҡорбандарын иҫкә алалар. Йәмғиәттең һәм дәүләттең дөйөм тырышлығы һәм һәр кемдең вайымһыҙлығы арҡаһында ғына хәүефкә ҡаршы торорға мөмкин. Бындай фажиғәләр башҡаса булмаһын, уға юл ҡуйырға ярамай.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас