Шоңҡар
+16 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
3 Сентября , 06:50

Күп тә эшләп өлгөрмәгән

33 йәшлек Румель Вилданов шахтала һәләк булған.

Күп тә эшләп өлгөрмәгәнКүп тә эшләп өлгөрмәгән
Күп тә эшләп өлгөрмәгән

 

Хабаровск крайында вахтала эшләгән Башҡортостан шахтеры ишелеп төшкән тау тоҡомдары аҫтында ҡалып һәләк булған.

Фажиғә 30 август кисендә «Ольга» алтын руднигында булған. 175 метр тәрәнлектә тау тоҡомо ишелеп төшкән, уның аҫтында Учалынан 33 йәшлек Румель Вилданов ҡалған.

Ҡотҡарыусылар ирҙең кәүҙәһен икенсе көнөнә генә сығара алған. Тағы ла ике эшсе йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.

Румель вахта ысулы менән эшләгән, һөнәри эшмәкәрлегенән буш ваҡытында Башҡортостан чемпионатында сығыш яһаусы «Горняк» һәүәҫкәр футбол клубында һөжүмсе булып уйнаған.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас