Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
21 Май 2022, 11:45

Искәндәр Шаймарҙановҡа етеүсе булманы!

Шундай шәп, зирәк егет  ҡайҙан икән ул? 

Искәндәр Шаймарҙановҡа етеүсе булманы!
Искәндәр Шаймарҙановҡа етеүсе булманы!

 

Өфө ҡалаһында үткән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арналған “Төньяҡ амурҙары – ата-бабаларым” 5-се республика фәнни-тикшеренеү конкурсында Н.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Искәндәр Шаймарҙанов Гран-при яуланы! Был хаҡта Ғафури районы "Табын" гәзите хәбәр итә. 

Башҡорт яугирҙары – Төньяҡ амурҙарына арналған был конкурста 36 райондан 136 ҡатнашыусы булған. Ғафури районының данын Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11 класс уҡыусылары Регина Хажиәхмәтова менән Искәндәр Шаймарҙанов яҡлаған.

Фәнни-тикшеренеү эше Красноусолда сик һағы ветерандары башланғысы менән Төньяҡ амурҙарға һәйкәл төҙөлөү тарихына арналды.Рәсәй армияһының легендар башҡорт яугирҙары яуҙа батырлыҡ, илһөйәрлек күрһәткән. Конкурс барышында Төньяҡ амурҙары заманындағына оҡшатып тегелгән кейемдәр, ҡорал – уҡ, йәйә, ҡылыс, һөңгө, ҡалҡан күрһәтелгән.

Һөҙөмтәлә Искәндәр Шаймарҙанов Гран-при яуланы. Етәксеһе – гимназия уҡытыусыһы Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Шаймарҙанова. Еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА. 

Автор:
Читайте нас: