Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Май 2025, 14:05

Бөрйәндәр бит улар!

Район үҙәк дауаханаһында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” тигән конкурс үтте.

Бөрйәндәр бит улар!
Бөрйәндәр бит улар!


Бөрйән район үҙәк дауаханаһында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” тигән конкурс үтте. Унда медсестралар үҙҙәренең эш тәжрибәһен, һөнәрен белеүен күрһәтте.
Конкурста дауахананың төрлө бүлектәренән 6 шәфҡәт туташы ҡатнашты.
Ойоштороусылар ғәҙәти булмаған һәм мауыҡтырғыс һорау-уйындар әҙерләгән ине. Улар медсестраларға үҙҙәренең талантын асырға һәм оҫталыҡтарын күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
-Беҙ барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм ошо матур сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Был ысынлап та илһамландыра торған һәм әһәмиәтле ваҡиға булды, шәфҡәт туташы  һөнәренең әһәмиәтен һәм уларҙың һаулыҡ һаҡлауға индергән өлөшөн асыҡ күрһәтте, - тип хәбәр итәләр дауахана хакимиәтенән. 

"Таң" гәзитенән

Бөрйәндәр бит улар!
Бөрйәндәр бит улар!
Бөрйәндәр бит улар!
Бөрйәндәр бит улар!
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас