Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт ҡиссаһы
25 Октябрь 2022, 14:03

Яҙҙырып алған еңгәй

Ағайым Мәләүездән берәү менән сәләмләшеп ята икән. Баҡһаң, "Шоңҡар" журналында бирелгән иғлан аша танышҡандар. Төбөнә төштөк, ниһайәт. Исеме Бибинур.

Яҙҙырып алған еңгәй
Яҙҙырып алған еңгәй

Атайым ғаиләлә кинйә булғас, ул яҡтан гел инәйҙәр, ә әсәйем баш бала булғас еңгәйҙәрем бар.

Иң яратҡан еңгәйем минең өсөн Байрас ағайымдыҡы булды. Баймаҡ районынан алды ул. Ныҡ эшлекле ине. Ҡулы алтын. Үҙе ихлас, һәр кемгә лә асыҡ йөҙлө. Беҙ бала саҡта уға барып гел концерт ҡуя инек. Гөлмирә һеңлемде янына, Рауил ҡустымды ҡулына ала ла беҙҙең сығышты ҡарай. Рәхәтләнеп ҡул саба, һыны ҡатып көлә. Еңгәй беҙгә тиҙ генә итеп матур-матур кейемдәр бәйләп тә, ырғаҡлап та кейҙерҙе. Бергәләп бесәнгә йөрөнөк. Барғансы, ҡайтҡансы йырлай торғайныҡ????
Ағайым менән бергә була алмаһалар ҙа еңгәй һәм балалар менән хәбәрләшеп торабыҙ. Иң яратҡан еңгәйем булып ҡалды.

Мораҙым ағайым оҙаҡ өйләнмәй йөрөнө. Атай үлгәс беҙҙең менән йәшәне. Тегене кәләш ал да кәләш ал, тип ҡоҙалайбыҙ- тыңламай. Бер заман ҡайҙандыр уға хат килә башланы , йәшереп кенә уҡый ҙа юҡ итә. Өйҙөң аҫтын- өҫкә әйләндереп сығабыҙ- таба алмайбыҙ.

Кто ищет, тот всегда найдёт, тигән кеүек ,эҙенә төштөк баяғы хаттарҙың. Элек кешеләр кейемдәрен стенаға элеп, өҫтөнә ҡорған ябып ҡуя ине. Беҙҙеке лә шулай. Шул кейемдәрҙең береһенең кеҫәһенә тығып барған. Бына керештек уҡырға. Яҙыуы, әй генәйем, тараҡан йүгереп йөрөгәнме ни???? Саҡ таныйбыҙ, шулай ҙа бирешмәйбеҙ????

Ағайым Мәләүездән берәү менән сәләмләшеп ята икән. Баҡһаң, "Шоңҡар" журналында бирелгән иғлан аша танышҡандар. Төбөнә төштөк, ниһайәт. Исеме Бибинур. Бер аҙҙан ағайым еңгәй яғына йәшәргә китте. Ҡотош ауылына.

Еңгәй ситтә булһа ла уның туған йәнле булыуына, ир туғаны тип өҙөлөп тороуына иҫем китә. Ҡунаҡҡа саҡырһа беҙҙең эте-сутыбыҙҙы ҡалдырмай саҡыра. Килә алмаһаң йығылып китеп үсегә????

Уның баҡсаһы! Бер штук ҡый үләне юҡ. Аптырап :" Еңгәй баҡсаны ҡыйһыҙ ергә генә сәскән була ла,"-тип көләбеҙ. Сәскән нәмәләре һалдат кеүек теҙелешеп ултыра. Сөгөлдөрө баш ҙурлыҡ, кишере беләк йыуанлыҡ.

Өй эсендәге гөл төрө генә йөҙләп барҙыр. Ҡош -ҡорто кемеһе баҫып ултыра , кемеһе эйәртеп йөрөп тә ята. Бер барғанда әтәсен күреп күҙем ҡыҙҙы???? Теге салбарлы әтәс. Эй матур!

Еңгәй һиҙеп ҡалды ла:"Әтәс кәрәкме әллә?"- тип минең яуапты ла көтөп торманы, әтәсте эләктереп алып, тоҡҡа тыҡты ла бирҙе????. Шулай итеп Мәләүездән әтәс алып кайттым.

Ә балаларының итәғәтлелеге. Ипле, тыйнаҡ. Гел малайҙар, яҡшы укыйҙар.
Еңгәй атлап йөрөй белмәй, гел йүгереп, тыпылдап, эләгеп-тәгәрәп. Хатта һөйләгәндә лә ҡабаланып, аша-төшә һөйләй???? уны ағайым ғына аңлай ???? теге яҙған хаттарҙа ла яҙыуҙың ни өсөн арҡыс-торҡос икәнен хәҙер беләм ????

Ағайым да егәрле, шуға ла донъялары ла ҡотло. Бер бошонмайҙар, бер һытыҡ йөҙ юҡ. Гел ихлас, гел алсаҡ, гел өйҙәре асыҡ.

Беҙҙең яҡҡа юл төшһә- һәр кемгә күстәнәс, һәр кемгә ағас, сәскә үҫентеһе, гөл, бала-сағаға артыҡ кейем- ул нимә генә тейәп килмәй, ағайымдың машинаһы сегән арбаһы кеүек килеп туҡтай. Бер талай ҡурҡып сыҡмай тораһың әле , былары кем тағы тип????????????Машина килеп күренеүе була, тытырлап еңгәй эргәлә лә тора????

Мин уны идеальный тимәйем. Барҙыр етешһеҙлеге лә. Тормош уны күп һананы . Бала ҡайғыһы ла күрҙе. Әммә ул барыбер ихлас, ябай, эсендәге- тышында. Күңеле ҡатманы.

Туған йәнле. Ир туғанын хөрмәт итә белә, ир туғанын үҙенекенән артыҡ күрә белә.Олоһона апай, ағай ,ти, кесеһенә бикәс, ҡәйнеш, ти. Беҙгә шунан да күбе кәрәкмәй.

Ағайымды ғаилә башлығы итеп хөрмәт итә, балаларына үрнәк инеп ҡуя, ағайымды ҙурлай белә. Балалар ағайыңа оҡшап ипле, балалар ағайыңа оҡшап яҡшы укый, тип уның баһаһын күтәреп тора.
Ағайым менән килешеп йәшәһә, уны мыҫҡыл итмәһә, беҙҙең яҡты туғанға һанаһа- шул еткән. Артығы нимәгә?!


Тормошта ла шулай ул. Эләгә-тәгәрәй алда. Афарин, еңгәй. Беҙ бит һине "Шоңҡар"ҙан яҙҙырып алдыҡ. 

 

 

Автор:
Читайте нас: