+29 °С
Облачно


Бөгөн, тап Халыҡ-ара ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнгәндә Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Әнисә Хажи ҡыҙы менән Рәсүл Ғилметдин улы Йортбәковтар ғаилә ҡороуҙарына илле бер йыллығын билдәләгәндәр. Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫә, ғүмере буйы тыуған еренә хеҙмәт итәләр һәм дүрт балаға ғүмер бирәләр. Әлеге мәлдә балаларының, ун ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөү-хөрмәтенә төрөнөп йәшәйҙәр. Бергә-бергә оҙон тормош юлы үткән был матур парға бәхетле, матур тормош теләйбеҙ.