Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Июнь 2022, 10:18

Нисек бушлай газ тоташтырырға?

Әлеге ваҡытта  биш мең йортҡа бушлай газ үткән.

Нисек бушлай газ тоташтырырға?
Нисек бушлай газ тоташтырырға?

Әгәр һеҙҙең ауылда газ үткәргесе бар икән, программала ҡатнашырға мөмкин. Быны нәҡ һеҙҙең йортта эшләргә мөмкинме, юҡмы икәнлеген берҙәм газ үткәреү операторы сайтында тикшерергә була.

План буйынса, республикала газ үткәреү 32 меңгә яҡын йортҡа ҡағыласаҡ. 24 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, 5 мең йортҡа газ килгән дә инде.

Заявка биреү өсөн документтарҙың минималь пакеты кәрәк: паспорт, ИНН, СНИЛС, ергә һәм йортҡа милек тураһында документтар, шулай уҡ ситуация планы. Һуңғыһын, схеманы газ торбаһы үткәреү өсөн участканы, йортто һәм урынды күрһәтеп, хужа үҙе төҙөй ала. Документтарҙы «Газпром газ бүлеү Өфө» клиент үҙәгендә, күп функциялы үҙәктә, берҙәм газ үткәреү операторы йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында тапшырырға мөмкин.

Һеҙҙең менән тоташтырыу ваҡыты күрһәтелгән килешеү төҙөйҙәр. Ошо ваҡытҡа газ ҡорамалы һатып алырға һәм йортто әҙерләргә кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ йортҡа газ үткәреү өсөн 75 йәки 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин. Улар - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, дөйөм ауырыуҙар һөҙөмтәһендә инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Аҡсаны проект әҙерләүгә, төҙөлөш-монтаж эштәренә, газ ҡорамалын һатып алыуға һәм монтажлауға файҙаланырға мөмкин. Ошо осорҙа 6 мең 737 ғаилә сертификат алған, уларҙан 5 мең 711 йорт хужалығы газға тоташтырылған.

Әйткәндәй, илебеҙҙә Рәсәй ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу “Халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыу" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: https://loon.site/

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: