Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2022, 09:51

Беҙ алданған өлөшсөләр йорттарын төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирҙек.

Киләсәктә был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә ынтылабыҙ.

Беҙ алданған өлөшсөләр йорттарын төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирҙек.
Беҙ алданған өлөшсөләр йорттарын төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирҙек.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә алданған өлөшсөләрҙең йорттарын төҙөп бөтөү мәсьәләһе буйынса яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"Быйыл 1,24 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Был уҙған йылдың ғинуарынан майға тиклем 14 процентҡа күберәк. Күләме буйынса беҙ Рәсәйҙә - һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урында торабыҙ. Был беҙҙең төҙөлөш тармағының ғәйәт ҙур эше һәм торлаҡҡа инвестициялар һалырға, төҙөргә, һатып алырға мөмкинлек биргән дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле саралары. Төҙөлөш секторы төҙөлөш материалдары етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү, сауҙа һәм башҡа өлкәләрҙе үҙенә йәлеп итә, эш бирә, иҡтисадты көсәйтә".

"2020 йылда республика «Стимул» федераль программаһына инде һәм Өфөнөң Ағиҙел аръяғында инженер селтәрҙәре төҙөүгә һигеҙ миллиард һум алды. Был 2024 йылға ҡаланың буласаҡ ҙур районын газ, йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләне хәл итәсәк. Беҙ «алданған өлөшсөләр» йорттарын төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирҙек. Һуңғы ике йылда өс меңдән ашыу кеше мәсьәләне хәл иттек. 2022 йылда ғына республикала 23 проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылған, 83-ө ҡалған. 2024 йылға был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә ынтылабыҙ. Хәҙер халыҡ өсөн ярҙам саралары тураһында. Башҡортостанда льготалы ипотеканың бөтә төрҙәре, шул иҫәптән ғаилә һәм ауыл ипотекаһы, шулай уҡ беҙҙең «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» программаһы бар. Ул тәүге иғәнәне дөрөҫ йыйырға, һуңынан йылына 5-7 процент менән ипотека алырға ярҙам итә. Унан 4326 ғаилә файҙаланған да инде. Төҙөлөш материалдары етештереү тураһында ла күп түгел. Хәҙер республикала бөтә төҙөлөш, биҙәкләү материалдары һәм изделиелары өсөн тиерлек сеймал бар. Төҙөүселәребеҙ етештереүселәр менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә, был хаҡтарҙы арттырмаҫҡа ярҙам итә. Һәм - пландар. Улар ҙур, быйыл тарихи рекорд ҡуйырға - йыл аҙағына тиклем 3,05 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡ төҙөп тапшырырға ниәтләйбеҙ", - тине республика Башлығы. 

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Торлаҡ" төбәк проектына ярашлы алып барыла. 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: