Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2022, 11:46

Республикала «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты дауам итә

Шулай уҡ бөтә компаниялар ҙа Төркиәлә үтәсәк бизнес-миссияла ҡатнашыуға саҡырылған.

Республикала «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты дауам итә
Республикала «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты дауам итә

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева «Ашығыс экспорт ярҙамы» проекты төбәк компанияларына экспортҡа сығырға ярҙам итә тип билдәләне. «Проект һәр саҡ үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлай, - тине ул.        - Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Екатерина Латипова былтыр июндә проектта ҡатнашҡандан һуң, августа уҡ халыҡ-ара сауҙа майҙансығында үҙенең продукцияһын - яҡтыртыу приборҙарын һата башланы.

Октябрьскийҙа «Ашығыс экспорт ярҙамы»нда «Пакер» фәнни-производство фирмаһы, «Альтернатива» һәм «ПетроТул» заводтары булды. Компаниялар хәҙер эшләүсе экспортерҙар, әммә килеп тыуған иҡтисади хәлдә ҡыйынлыҡтар кисерә. Шул уҡ ваҡытта улар поставкалар географияһын киңәйтергә ынтыла.

Күсеп барғанда һәр предприятие өсөн эксперт төркөмө индивидуаль консультация үткәрҙе, производствоны ҡараны. 

Шулай уҡ бөтә компаниялар ҙа Төркиәлә үтәсәк бизнес-миссияла ҡатнашыуға саҡырылған. Ғәмәлдәге механизмдар, шул иҫәптән күсмә бизнес-миссиялар, күргәҙмәләр, уҡытыу программалары, айырыуса «Экспорт форсажы» донъя иҡтисадында килеп тыуған хәлде еңеп сығырға ярҙам итә, тип билдәләне предприятие вәкилдәре.

Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: