Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Июнь 2022, 12:50

Бәрәңге үҫтерһәң, аҡса бирәләр

Орлоҡ һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентын дәүләт ҡаплай.

Бәрәңге үҫтерһәң, аҡса бирәләр
Бәрәңге үҫтерһәң, аҡса бирәләр

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү һәм уларҙа үҫтерелгән продукция күләмен арттырыу тураһында белдерҙе. Бөгөн республикала 620 мең тирәһе шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙа картуф һәм йәшелсәнең 86 проценты етештерелә. Әйткәндәй, эшкәртеүселәр үҙмәшғүл баҡсасыларға йәшелсә һәм картуф орлоҡтарын һатып алыуға аванс бирә ала. "Бының өсөн эшкәртеүсе һәм үҙмәшғүл   араһында килешеү төҙөлә. Үҫтерелгән продукцияны һатҡандан һуң, эшкәртеүсенең үҙмәшғүл өсөн орлоҡ һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентын дәүләт ҡаплай. Әммә бер эшкәртеүсегә күп тигәндә 5 миллион һум ғына ҡапланыуын да әйтеп үтергә кәрәк", – тип әйтте Илшат Фазрахманов.

Был  ярҙам Владимир Путин тарафынан билдәләнгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проектына ярашлы башҡарыласаҡ.

Фото: youla.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: