Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
7 Июль 2022, 04:14

Дан бульвары үҙгәрә

Яңыртылған Дан бульварында йәйәүлеләр майҙаны, уңайлы тротуарҙар, киң юлдар, балалар өсөн бәүелсәктәр, спорт зонаһы, стритфуд киосктары барлыҡҡа киләсәк.

Дан бульвары үҙгәрәДан бульвары үҙгәрә
Дан бульвары үҙгәрә

Заманса ял итеү зонаһы легендар летчик Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм ҡаланың 450 йыллығына арнала, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Яңыртылған Дан бульварында йәйәүлеләр майҙаны, уңайлы тротуарҙар, киң юлдар, балалар өсөн бәүелсәктәр, спорт зонаһы, стритфуд киосктары барлыҡҡа киләсәк. Ике яҡлап ихаталарҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла. Тәртипте 27 видеокамера күҙәтәсәк. Бында шулай уҡ 57 эскәмйә ҡуйыу, 10 йүкә ағасы һәм 2900 ҡыуаҡ ултыртыу, 4,5 мең квадрат метрҙан ашыу газон түшәү күҙаллана.

Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә алып барыла. Ил президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреүҙе күҙ уңында тота, шул иҫәптән йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм уңайлы мөхитле ҡалаларҙың һанын арттырыу иҫәбенә.

Фото: Өфө хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас