

"АL AGRO LLC" компанияһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә өс "ATLAS HONEY" Башҡортостан балы кибетен асты, хәҙер тағы ике магазин асылыуға әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "AL AGRO" проекты Рәсәйҙән Яҡын Көнсығыш илдәренә экологик таҙа һәм органик продукция тәҡдим итеү буйынса ныҡлы йүнәлеш булдырыуға йүнәлтелгән. Шуныһын ла билдәләп үтергә кәрәк, проект 2030 йылға Яҡын Көнсығышта 1000 магазин асыуҙы күҙҙә тота. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: ashkadar.com
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан