Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
13 Июль 2022, 05:20

Ғимранташҡа ял итергә барайыҡ

Әбйәлилдән, мәҫәлән,   Илфат Төлкөбаевтың глэмпингы Ғимранташ шарлауығы янында урынлашҡан.

Ғимранташҡа ял итергә барайыҡҒимранташҡа ял итергә барайыҡ
Ғимранташҡа ял итергә барайыҡ

Бөгөн халыҡ  экотуризмды, йәки ҡырағай тәбиғәт шарттарында  ял итеүҙе хуп күрә.  Ошо йүнәлештә үҙ эшен булдырыусылар артыуы ла ҡыуандыра. Быға ил етәкселеге тарафынан төрлө ярҙам саралары ҡаралыуы ла булышлыҡ итә.  Әбйәлилдән, мәҫәлән,   Илфат Төлкөбаевтың глэмпингы Ғимранташ шарлауығы янында урынлашҡан. Киләсәктә йүнсел егет   бында 10 йорт төҙөү, эскәмйәләр, мангал ҡуйыу, балалар майҙансығы эшләү, Әбйәлил районы буйлап йәйәүлеләр һәм һыбайлылар өсөн турҙар ойоштороу хыялы менән йәшәй.

Әйткәндәй,  Илфат Төлкөбаевтың "Ғимранташ эко-этнопаркы" "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.

 Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас