+21 °С
Облачно


Өфөләге Дан бульвары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһы буйынса төҙөкләндерелә.
Эштең дөйөм майҙаны – 1,12 гектар. Ял зонаһын яңыртыу баш ҡаланың 450 йыллығына һәм Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
Яңыртылған Дан бульвары йәйәүлеләр майҙанын һәм юлын, тротуарҙарҙы, балалар бәүелсәктәрен, спорт зонаһын күҙ уңында тота. Ике яҡлап ихаталарҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.