

Ирҙәр түлһеҙлеге тураһындағы һорауҙарға Өфө ҡалаһынан уролог-андролог Тарас Васильевич РЯБУХА яуап бирҙе.
- Һыуыҡта ултырырға ярамай тигәндәре дөрөҫмө әллә мифмы?
- Дөйөм алғанда, был миф түгел. Һыуыҡҡа ултырыу уңайһыҙ булыуынан тыш, бәләкәй таз өлкәһен бер тапҡыр ныҡ өшөтөү ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ирҙәрҙә лә урындағы иммунитет кәмеүенә һәм аҫҡы һейҙек юлдары ауырыуҙарына — циститҡа һәм простатитҡа килтерә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, һуң башланған йәки дөрөҫ булмаған дауалау арҡаһында, был ауырыуҙар эргәһендә урынлашҡан енси ағзаларға ла барып етеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә түлһеҙлек диагнозы ҡуйыла.
Шулай уҡ даими, әммә саҡ ҡына өшөүҙәрҙең дә эҙемтәләре тынысландырырлыҡ түгел. Мәҫәлән, автомойка хеҙмәткәрҙәре йәки ҡышҡыһын балыҡ тоторға яратыусылар ҡурҡыныс аҫтында.
ТУЛЫРАҠ ЖУРНАЛДЫҢ ИЮЛЬ (07/2022) ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА.