

Уңғандар өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар хәҙер. Ошо көндәрҙә Краснокама районы буйынса Төньяҡ-көнбайыш халыҡ мәшғүллеге эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға ҡағылған бизнес-пландарҙы ҡарау буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда үҙ эшен асыу өсөн 250 мең һумға дәғүә иткән ике йүнсел проекттарын яҡланы. Уларҙың береһе – мал, шул иҫәптән буйвол, як үрсетеүгә, икенсеһе бөҙрәхәналар һәм матурлыҡ салоны тарафынан хеҙмәт күрһәтеүгә ҡағыла. Сығыш яһағандарҙы тыңлағандан һуң уларға консультация ярҙамы күрһәтелде, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр яҡлап булышлыҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан