

Башҡортостанда дәүләт колледждарының һәләтле студенттарына булышлыҡ итеү өсөн республика Башлығы стипендияһы күләме 2300 һумдан 4900-гә тиклем арттырылды.
Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Айбулат Хажин билдәләүенсә, стипендиялар һаны ла артҡан. 2021 йылда улар 107 булһа, 2022 йылда иһә 150.
«Улар 1 сентябрҙән түләнә башлай. Хәҙер 2022-2023 уҡыу йылында стипендияға дәғүә итеү асыҡ конкурс уҙғарыла», — тип өҫтәне министр.Был йүнәлештәге эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан