Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Июля 2022, 04:25

Ауыл китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған

Был эш "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

Ауыл китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылғанАуыл китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған
Ауыл китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.
Бында ишектәр киңәйтелгән, хеҙмәткәрҙе саҡырыу өсөн кнопка ҡуйылған, навигация бар, пандус яңыртылған.
Санузел уңайлы итеп яңыртылған, насар күреүселәр өсөн тактиль күрһәтмәләр, моносхема бар. Аудиокитаптар, Брайль шрифты булған китаптар, ҡолаҡсындар, тифлофлешплеер һатып алынған.
Релаксация залы сенсор ҡорамалдар менән тулыландырылған. Бында библиотерапия, светотерапия, музыкотерапия буйынса дәрестәр үтә. Улар көсөргәнеште кәметеүгә, сисеүгә йүнәлтелгән.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана #владимирпутин #культура #мывместе

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас