Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Август , 09:20

Глэмпингта ял итәйек!

Ә һеҙ йәйге ялды нисек үткәрҙегеҙ? Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә ял иттегеҙ? Оҡшанымы? 

Глэмпингта ял итәйек!
Глэмпингта ял итәйек!

Йәйҙең һуңғы айы башланды. Әле көндәр матур тора, шуға ла был көндәрҙә рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бар. Аллаға шөкөр, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» дөйөм дәүләт проекттарына ярашлы   республикала яңы туристик урындар асыла. Мәҫәлән, 

туристтар 38 глэмпингта була ала. Был исемлек тағы ла тулыландырыласаҡ. Әйткәндәй, бындай үҙенсәлекле ял итеү урындарын үҫтереү республикала туристтар ағымын үҫтерергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ глэмпингтар  булдырыу эш урындары барлыҡҡа килеүгә ярҙам итә һәм бюджетҡа һалым керемдәрен арттыра.

Яҡын арала Башҡортостанда тағы бер нисә глэмпинг асыу планлаштырыла.

Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в