

10 августа Краснокама районында була хәл. Ҡуян ауылында йәшәүсе ауырлы ҡатын үҙен насар тоя башлай. Ашығыс ярҙам бригадаһы уны Нефтекама бала табыу йортона алып килә. Сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн кесарев оперцияһы яһарға хәл итәләр. Йөклөлөктөң 31 аҙнаһында 1630 грамм ауырлыҡтағы ир бала тыуа. Күп тә үтмәй Нефтекама ҡала дауаханаһы табиптары консилиумы яңы тыуған сабыйҙы Өфөгә эвакуацияларға кәрәк тигән ҡарарға килә.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектыан ярашлы һатып алынған "Ансат" вертолеты 40 минут эсендә сабыйҙы баш ҡала стационарына илтеп еткергән. Сабый ҙа, әсә лә үҙен һәйбәт тоя.
Сығанаҡ: bash.news
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан