Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
13 Август 2022, 10:20

Маҡан балалары шаҡ ҡатып торор әле

Элекке мәктәп бинаһынан стеналар ғына тороп ҡалған.

Маҡан балалары шаҡ ҡатып торор әлеМаҡан балалары шаҡ ҡатып торор әле
Маҡан балалары шаҡ ҡатып торор әле

Хәйбулла районы Маҡан ауылында мәктәпте капиталь ремонтлау эштәре тамамланып килә. Белем усағын яңыртыу өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма эш күләмен ваҡытында тамамланы, тине урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.

«Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең класын күреп, хайран ҡалыр тип уйлайым. Сөнки элеккенән бында стеналар ғына тороп ҡалған. Башҡалары иһә өр-яңы, сағыу һәм заманса», – тип яҙҙы Хәйбулла районы башлығы.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проектын (национальный проект “Образование”) республикала ғәмәлгә ашырыуҙың бер өлөшө.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас