Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
16 Август 2022, 04:05

Фатирығыҙ ҡотло булһын!

Район үҙәге Асҡын ауылында йәшәүсе биш күп фатирлы йортта йәшәүсе 45 кеше яңы фатир асҡыстары алды.

Фатирығыҙ ҡотло булһын!Фатирығыҙ ҡотло булһын!
Фатирығыҙ ҡотло булһын!

Район үҙәге Асҡын ауылында йәшәүсе биш күп фатирлы йортта йәшәүсе 45 кеше яңы фатир асҡыстары алды. 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем уларҙың йорттары авария хәлендә тип танылған, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттә.

Күсереү районда тормошҡа ашырылған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостанда майҙаны 40 мең квадрат метрҙан ашыу булған 2 797 кешене авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү күҙаллана. 2019 йылдан яңы фатирҙарҙы 6,5 мең самаһы кеше алды.

Фото: Асҡын хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән алынды.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас