Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Август 2022, 09:56

Йәрмәкәй районында яңы ФАП асылды

Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты, "Беренсе табип-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты сиктәрендә төҙөлдө.  

Йәрмәкәй районында яңы ФАП асылдыЙәрмәкәй районында яңы ФАП асылды
Йәрмәкәй районында яңы ФАП асылды

Райондың Иҫке Сүлле ауылындағы фельдшер-акушер пунктында халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү һәм персонал өсөн уңайлы шарттар булдырылған, яңы медицина ҡорамалдары һәм йыһаз һатып алынған. Уны төҙөкләндереүҙә район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткән - биләмәне кәртәләгәндәр, һыу үткәргәндәр, юлға бетон түшәгәндәр. Шулай уҡ "Северная Нива Башкирия" ауыл хужалығы предприятиеһы ла үҙ өлөшөн индергән. Ауыл халҡы кәртәләүҙә ярҙам иткән, биләмәлә сәскәләр ултыртҡан. Яңы фельдшер-акушер пункты Иҫке һәм Яңы Сүлле ауылдары халҡын - 341 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Халыҡты тәжрибәле медицина хеҙмәткәре Миләүшә Исхаҡова ҡабул итә.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас