

Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыу буйынса эштәр Шишмә районынан башланды. Тәү сиратта белгестәр йыуыныу картаһын төҙөгән.
Эштәр 35 километрға һуҙыла. Йылғанан 145 мең кубометрҙан ашыу һыу төбө ултырмалары күтәреләсәк, ә үҙәне ауған ағастарҙан таҙартыласаҡ.
Экология министрлығы белгестәре таҙартҡандан һуң Дим йылғаһының санитар торошо яҡшырыр тип ышана. Был 5,7 мең кеше йәшәгән биләмәлә һыуҙың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Эш 105 миллион һумға баһалана. Аҡса «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль программаһы сиктәрендә бүленгән, тип хәбәр итә республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан