Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Милли проекттар
23 Август 2022, 04:10

Әсәй, Ҡурсаҡ театрына барайыҡ!

Ә һеҙ Ҡурсаҡ театрына барғанығыҙ бармы? Киләсәктә театрҙың репертуары йәһәтенән ниндәй тәҡдимдәр әйтер инегеҙ? Башҡортса спектаклдәр етерлекме? 

Әсәй, Ҡурсаҡ театрына барайыҡ!Әсәй, Ҡурсаҡ театрына барайыҡ!
Әсәй, Ҡурсаҡ театрына барайыҡ!

Өфөләге Ҡурсаҡ театры  1976 йылдың ноябрендә асыла. Ул ваҡыттан бирле унда бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Үкенескә ҡаршы, быға тиклемге республика етәксеһе был театрҙы танымаҫлыҡ итеп яңыртырға вәғәҙә бирһә лә,  кескәйҙәрҙе ҡыуандырырға ашыҡманы. Шуныһы ҡыуаныслы: был көндәрҙә театрҙа ремонт эштәре башланды. Тамашасылар залын 135 урынға тиклем арттырыу күҙҙә тотола. Төп зал 300 урынға иҫәпләнгән. Бынан тыш, яҡын-тирәләге биләмәне  шул иҫәптән "Әкиәт" скверын төҙөкләндереү планлаштырылған. Был эштәр 2023 йылдың декабренә тамамланасаҡ. Реконструкциянан һуң театр һәм уның янындағы территория балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен  йәлеп итеү үҙәгенә әйләнәсәк. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса эшләнгән "Мәҙәниәт" дөйөм дәүләт проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: Bashinform.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас