Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Август 2022, 05:21

Башҡортостанда рационализаторлыҡ буйынса үҙәктәр асыласаҡ

Улар «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә булдырыла.

Башҡортостанда рационализаторлыҡ буйынса үҙәктәр асыласаҡБашҡортостанда рационализаторлыҡ буйынса үҙәктәр асыласаҡ
Башҡортостанда рационализаторлыҡ буйынса үҙәктәр асыласаҡ

"Точки кипения Хай-Тек" һәм “Рационализаторлыҡ нөктәләре” корпоратив үҙәктәрен төҙөү өсөн заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Производительность труда") сиктәрендә “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы ("WorldSkills Russia)” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында асыла.

- Белгестәрҙең һөнәри әҙерлек системаһын сифатлы модернизациялау, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, һанлы технологияларҙы һәм ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен киң индереү, хеҙмәт миграцияһын көйләү, халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү кеүек мөһим проблемалар иғтибар үҙәгендә булыуы зарур, - тине президент. - Бөгөн ошо күләмле, талап ителгән бурыстарҙы уңышлы хәл итеү, шул иҫәптән ябай булмаған тышҡы саҡырыуҙарҙы иҫәпкә алып, арттырып әйтмәйенсә, төбәктәрҙең һәм тотош илдең иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне камиллаштырыу, кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу өсөн өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә.

 "Точка кипения Хай-Тек" бер нисә эш йүнәлешен үҙ эсенә ала: корпоратив рационализаторлығы, технологик һәм сәнәғәт, партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, стартап идеяларын һәм әҙер технологик ҡарарҙарҙы ғәмәлгә индереү.

Рационализаторлыҡ нөктәләре рационализаторлыҡ процессына хеҙмәткәрҙәрҙе күпләп йәлеп итеүҙе, рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге алымдарына төшөндөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бындай нөктәләр шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу, эксперт сессиялары ярҙамын алыу мөмкинселеген бирә.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас