+21 °С
Болотло


«Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында Бүздәк үҙәк район дауаханаһының хирургия хеҙмәте заманса тамограф менән тәьмин ителде.
Компьютер томографияһы ярҙамында нейройәрәхәттәрҙе, һөйәк системаһын 3д форматында күрергә, онкологияны иртә диагностикаларға, ҡан тамырҙарын контраст ысул менән тикшерергә, инсульт үткәреүселәргә 2 сәғәттән ашыу ваҡыт арауығында ярҙам күрһәтеп өлгөрөп, йәшәү сифатын күтәрергә мөмкин.