

Был көндәрҙә асҡындарҙың шатлығы ҙур - төбәктә мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыуға етди иғтибар бирелә. Ошо арала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова районда эш сәфәре барышында Ҡобояҙ ауылының яңы мәҙәниәт усағы менән танышты. Клуб "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһында ҡатнашҡан. Федераль проект грантының дөйөм суммаһы 3 миллион 766 мең һум тәшкил итә. "Ил етәксеһе Владимир Путин тарафынан билдәләнгән "Мәҙәниәт" проектынаа ярашлы беҙ йыл һайын егермеләгән мәҙәниәт объектын яңыртабыҙ. Ә "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһы буйынса 15 ауыл клубының матди-техник базаһы яңыртыла. Ҡобояҙ ауылы мәҙәниәт йортоноң да матди-техник базаһы тулыһынса яңы һулыш алған, - тине Әминә Шафиҡова.
Әйткәндәй, тиҙҙән Ҡашҡа ауылында ла клуб асыласаҡ. Әле бында капиталь ремонт эштәре бара.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан