

2022 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында Башҡортостан Республикаһында балалар өсөн белем биреү һәм ял учреждениеларына илткән 12 юл участкаһы норматив хәлгә килтерелә. Был объекттар ҙур агломерацияларҙа урынлашҡан, уларҙың күпселеге сираттағы уҡыу йылы башланғанға тиклем файҙаланыуға тапшырылған.
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу - милли проекттың төп бурыстарының береһе, ошо маршруттарға айырым иғтибар бүленә. Бөтә республика буйлап йәйәүлеләр үткәүелдәрен төҙөкләндереү, светофор объекттары, барьер ҡоймалары, мәғариф һәм ял учреждениеларында иҫкәртеү билдәләре ҡуйыу эштәре алып барыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Шулай итеп, Өфөлә, Кемерово һәм Суворов урамдарында ремонт эштәре 100 процентҡа үтәлгән. 98-се мәктәп уҡыусылары уңайлы һәм хәүефһеҙ юлдарҙан йөрөйәсәк. Ғабдулла Амантай урамында, 160-сы лицей эргәһендә, ремонт финиш һыҙығына сыҡты. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, Ғабдулла Амантай урамын ремонтлау эштәрен ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
Милли проект сиктәрендә Стәрлетамаҡтың Элеватор урамында 750 метр оҙонлоҡтағы юлға ла асфальт түшәлгән. Был маҡсатҡа 12,3 миллион һум бүленгән. Элеватор урамы - мөһим транспорт артерияһы. Уның эргәһендә магазиндар, бәләкәй бизнес объекттары һәм белем биреү учреждениелары - 51-се, 59-сы һәм 1-се гимназия эргәһендәге балалар баҡсалары, шулай уҡ 26-сы мәктәп урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта ӨДНТУ филиалы янындағы Курчатов урамы һәм 18-се мәктәпкә килеп еткән Көньяҡ урамы норматив хәлгә килтерелде.
Салауатта милли проект сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре Өфө һәм Горький урамдары участкаларында тамамланды ла инде. Был участкалар эргәһендә бер юлы ике мәктәп урынлашҡан: 19-сы һәм 22-се мәктәптәр. Өфө урамының 8-се лицейы эргәһендә ремонт эштәре дауам итә (Космонавтар бульварынан Октябрь урамына тиклем). Уны октябрь башына тамамлау күҙаллана.
Министр хәбәр итеүенсә, Өфө һәм Ғөбәйҙуллин урамдары сатында ла светофор объектын алмаштырыу күҙаллана.
- Беҙ Өфө урамындағы участкала светофорҙы алмаштырып, юлды ремонтлауҙы синхронлаштыра алдыҡ. Контрактҡа ҡул ҡуйылған да инде, сентябрҙә подрядсы ойошма эшкә тотонасаҡ, - тип аңлата Салауат ҡалаһы хакимиәте ҡала хужалығы идаралығының юл бүлеге начальнигы Антон Яковлев.
Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә бөтәһе 203 саҡрымдан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын норматив хәлгә килтереү ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан