Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Сентябрь 2022, 04:35

2024 йылда республикала бөтә законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк

Рәсәй Хөкүмәте өс йыл дауамында илдең 24 төбәгендә стихиялы сүплектәрҙе бөтөрөүгә 9,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде.

2024 йылда республикала бөтә законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк2024 йылда республикала бөтә законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк
2024 йылда республикала бөтә законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк

Рәсәй Хөкүмәте өс йыл дауамында илдең 24 төбәгендә стихиялы сүплектәрҙе бөтөрөүгә 9,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде. Башҡортостан   был эштәргә 1,03 миллиард һум аласаҡ, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Премьер-министр Михаил Мишустин төбәктәр буйынса ошо маҡсатҡа финанслау йүнәлтеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был быйыл уҡ бындай эште Рәсәйҙең 19 төбәгендәге 29 ҡалала башларға мөмкинлек бирәсәк, улар араһында Башҡортостан, Карелия, Чечня, Байкал аръяғы крайы, шулай уҡ Белгород, Воронеж, Калининград, Липецк, Ростов һәм Ульяновск өлкәләре.

Һуңғы ике йыл дауамында республика тиҫтә йылдар дауамында йыйылған стихиялы сүплектәрҙе тергеҙеүҙе проектланы. Хәҙер уларҙы бөтөрөүҙә ҡатнашырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү буйынса эштәр Рәсәй президенты Владимир Путин тәҡдим иткән «Экология» милли проектына ингән «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас