Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
8 Сентябрь 2022, 04:21

Башҡортостанда «Етештереүсәнлек 360» форумына ғаризалар ҡабул ителә

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы компанияларҙан иң яҡшы рационализаторлыҡ тәҡдимдәре 20 сентябргә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда «Етештереүсәнлек 360» форумына ғаризалар ҡабул ителәБашҡортостанда «Етештереүсәнлек 360» форумына ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостанда «Етештереүсәнлек 360» форумына ғаризалар ҡабул ителә

«Производство 360» федераль форумы Сочиҙа 14 октябрҙә үтәсәк. Ул дүрт йүнәлеш буйынса уҙасаҡ: бизнес, төбәк үҫеше, социаль тәжрибәләр һәм партнерлыҡ проекттары. Форумдың үҙәк темаһы - яңы баҙарға сығыу һәм импортты алмаштырыу фокустары менән яңы замандың иҡтисади үҫеш драйверы булараҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге.

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы предприятиелар араһында яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр конкурсы, ойоштороусыларҙың фекеренсә, уларҙы өҙлөкһөҙ яҡшыртыу процесына йәлеп итергә һәм алдынғы тәжрибәләр тураһында мәғлүмәтте таратырға мөмкинлек бирәсәк.

Заявканы 20 сентябргә тиклем ошо  https://производительность.рф/national-project/events/federalnyj-konkurs-predlozhenij-po-uluchsheniyam/ һылтанма буйынса бирергә мөмкин.

Жюри бойомға ашырыу тиҙлеген, сығымдарҙы ҡаплау ваҡытын, йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәне, тиражлау мөмкинлеген, тәҡдимде ҡабул итеү үҙенсәлеген һәм сифатын баһалаясаҡ.

Вице-премьерҙың беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов форумдың республика өсөн әһәмиәтен билдәләне. «Бөгөнгө көндә төбәгебеҙҙә 140 предприятие һаҡсыл етештереү принциптарына таяна, - тине ул. - Ошо көндәрҙә беҙ сираттағы ауыл хужалығы ҡорамалдары етештереүсе компанияның программаһына инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙарын көтәбеҙ».

Президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты иҡтисадтың төп сеймал булмаған тармағындағы ҙур һәм урта предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына кәмендә биш процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас