

Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында "Йәштәр аллеяһы"нең икенсе өлөшө сафҡа индерелгән. Аллея янында күп функциялы үҙәк, музей, үҙәк район китапханаһы, почта бүлеге, район элемтә үҙәге, кинотеатр, офис биналары урынлашҡан. Шуға ла был урында йәйәү йөрөүселәр күп.
"Йәштәр аллеяһы" янында дәүләт хеҙмәттәре алыусыларға, мәҙәни һәм социаль урындарҙа булыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында йәшәүселәр өсөн ял итеү урындары барлыҡҡа килгән, лампалар яңыртылған, сәскәләр ултыртылған.
Аллеяны асыу, үткән йылдағы кеүек үк, Белем көнөнә тура килгән, шуға күрә байрамдың төп ҡунаҡтары беренсе класс уҡыусылары булған. Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко Ҡыйғы халҡын ҙур тантана менән ҡотлаған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан