Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 06:02

Ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен!

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен!Ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен!
Ҡыҙ һәм малайҙар төрлө яҡлап үҫешһен!

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә Учалы районының 3-сө лицейында, Учалы Башҡорт гимназияһында, Ҡунаҡбай, Поляковка, Сәфәр һәм ҡаланың 5-се мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” асылды. 

Һуъғы өс йылда Учалы районының белем усаҡтарында информатика, технология, физика, химия, биология, робототехника, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре йүнәлешендә 18 үҙәк асылған. Белем биреү учреждениелары мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары менән кешегә тәү ярҙамды күрһәтергә өйрәнер өсөн манекендар, «Лего» конструкторҙары менән тулыландырылды. Бынан тыш "Үҫеш нөктәһе"ндә махсус коллектив зона (коворкинг), медиазона һәм шахмат залдары ла бар.

“Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыр алдынан педагогтар квалификацияны күтәреү курстары үткән.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас