

Күркә итенән ярымфабрикаттар етештереүгә махсуслашҡан Мәләүез ҡошсолоҡ комплексы үҙ продукцияһын экспортлау күләмен арттырған, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Ит ярымфабрикаттарының сираттағы партияһы ассортиментта Әзербайжанға оҙатылған. Ебәрер алдынан уны Россельхознадзорҙың территориаль идаралығы белгестәре контролдә тотҡан. Экспортланған партияның дөйөм ауырлығы 18 мең 499 килограмм тәшкил иткән.
Йыл башынан алып күркә итенән продукция етештереү һәм эшкәртеү буйынса компания үҙенең дөйөм ауырлығы 50 мең 641 килограмм тәшкил иткән өс партия продукцияһын экспортҡа сығарған. Башҡортостан предприятиеһының төп сит ил контрагенты - Әзербайжан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә президент Владимир Путин тәҡдим иткән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла, уның маҡсатлы күрһәткесе - йылына 45 миллиард долларға тиң күләмдә агропродукцияны һатыуға сығыу. 2030 йылға илдең агрокомплексын үҫтереүҙең яңыртылған стратегияһы буйынса ошо планка 47 миллиард долларға тиклем күтәрелгән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.