Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
20 Сентябрь 2022, 04:55

Өфөлә «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тәүге 30 бизнесменды уҡытып сығарҙы

“Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” үҙ эшен киңәйтергә йәки икенсе тармаҡҡа йүнәлтергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн булдырылған.

Өфөлә «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тәүге 30 бизнесменды уҡытып сығарҙыӨфөлә «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тәүге 30 бизнесменды уҡытып сығарҙы
Өфөлә «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тәүге 30 бизнесменды уҡытып сығарҙы

Өфөлә “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” тәүге 30 йүнселде уҡытып сығарҙы. Улар “Минең бизнес” үҙәгендә белем алды.

Ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙың программа буйынса белем алыуы ҡыуаныслы. Бушлай белем биреү сараһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Шуныһы мөһим: эксперттар менән бергә тыңлаусылар конкурентлы көрәш, маркетинг һәм планлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе, ә финал этабында үҙ бизнесын үҫтереү һәм киңәйтеү юл карталарын төҙөнө.

- Был үҙенә күрә эшҡыуарлыҡ апгрейды. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы әҙерләгән «Эшҡыуарлыҡ мәктәбе» тренингы үҙ эшен үҫтерергә, киңәйтергә йәки йүнәлешен алыштырырға теләгән реаль бизнесмендар өсөн тәғәйенләнгән. Әле проект сиктәрендә тағы 40 белем биреү сараһына теркәү үткәрәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас