

«БАШАГРОМАШ» предприятиеһы тупраҡты эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн заманса машиналар етештерә. Ул Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан, предприятиела 100-ҙән артыҡ кеше эшләй. Ошо көндәрҙә «БАШАГРОМАШ» дөйөм дәүләт проектына ҡушылды. Был предприятие өсөн киң мөмкинлектәр аса, уның конкурентлыҡҡа һәләтен арттыра. Был предприятиеның «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылыуы арҡаһында мөмкин булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәт министры Рөстәм Моратов аша төбәк Хөкүмәте менән билдәләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.