+21 °С
Болотло


#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының медицина реабилитацияһы бүлексәһе ете яңы ҡорамал алды. “Имитрон” ҡорамалы вертикаль рәүештәге реабилитация күнегеүҙәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән.
Велотренажерҙар ярҙамында аяҡ-ҡулдар сирҙәренә һәм йәрәхәттәренә дусар булған ауырыуҙарҙы уңышлы тергеҙеү һәм реабилитациялау мөмкин була. Тимәк, балаларҙың ғәҙәттәге тормошҡа йәһәтерәк әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге арта.