Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Сентябрь 2022, 04:46

Ишлелә яңы ФАП асылды!

Улар яңы объект асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө.

Ишлелә  яңы ФАП асылды!Ишлелә  яңы ФАП асылды!
Ишлелә яңы ФАП асылды!

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты «Рәсәй Федерацияһының беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу» федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ишле, Йылан, Ҡоҙашман ауылдарында халыҡ һаны өс йөҙгә яҡын кеше тәшкил итә. Улар яңы объект асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө. Элекке бина заманса талаптарға яуап бирмәй ине.

Ә яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер, процедура, прививка яһау, ҡарау, дарыуҙарҙы һаҡлау кабинеттары бар. Бина электр конвекторҙары менән йылытыла, канализация һәм һыу үткәргес бар.

Бынан тыш, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Электрокардиограф, артериаль һәм күҙ эсендәге баҫымды үлсәү аппараттары, шәкәр һәм ҡан холестерины кимәлен үлсәү анализаторҙары, кислород ингаляторы һәм тын алыу аппараты  бар.

Йыл аҙағына Белорет районы Әзекәй һәм Отнурок ауылдарында тағы ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас