Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Сентябрь 2022, 05:01

Үрге Тәтешлелә быуаны төҙөкләндерҙеләр

Һыу ятҡылығы тирәләй яҡтыртҡыслы йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа киллде.

Үрге Тәтешлелә быуаны төҙөкләндерҙеләрҮрге Тәтешлелә быуаны төҙөкләндерҙеләр
Үрге Тәтешлелә быуаны төҙөкләндерҙеләр

Тәтешле районы үҙәгендә Бәрмүш йылғаһындағы быуаның пляж зонаһын һәм район мәҙәниәт һарайының көньяҡ өлөшөн төҙөкләндереү дауам итә. Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы тарафынан финанслана. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә биләмәне яҡтыртҡыс менән яҡтыртыу системаһын монтажлау тамамланған.

Шулай уҡ проектта пляж зонаһы, катамарандар өсөн причал, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сауҙа киоскылары, беседкалар, фонтан һәм янғын һүндереү машинаһы өсөн пирс төҙөү ҡаралған.

Проект икенсе йыл тормошҡа ашырыла, 2021 йылда быуа янында юлды, асфальт-бетон япмалы автомобилдәр өсөн туҡталҡаны төҙөкләндерҙеләр, ә быуа буйлап тротуар һалдылар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас