Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
28 Сентябрь 2022, 04:40

Өфөнөң Ибраһимов бульварында тиҙҙән ремонт эштәре тамамлана

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөнөң Ибраһимов бульварында тиҙҙән ремонт эштәре  тамамланаӨфөнөң Ибраһимов бульварында тиҙҙән ремонт эштәре  тамамлана
Өфөнөң Ибраһимов бульварында тиҙҙән ремонт эштәре тамамлана

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә баш ҡалала Ибраһимов бульварында капиталь ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә. Участканың оҙонлоғо 1,7 саҡрым тәшкил итә. Ремонт барышында юл сите таштары яңыртылған, техник һыҙаттар йыһазландырылған. Белгестәр һыу үткәргестәрҙең, ямғыр канализацияһының, тышҡы канализация селтәренең, элемтә линияларының люктарын, шулай уҡ электр тапшырыу линияларының кабелдәрен алмаштырған. Юл ҡатламын яңыртыуҙан тыш, тышҡы электр уты селтәрен яңыртыу, юл билдәләрен ҡуйыу һәм тамғалар һыҙыу буйынса эштәр башҡарылған. Тиҙҙән бында яңы светофорҙар ҡуйыу күҙаллана.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас