Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Сентябрь 2022, 03:39

Башҡортостан Төркиәгә бизнес-миссия менән 40 предприятие ебәрәсәк

Төркиәлә республика вәкиле һөҙөмтәле эшләй - уның төп бурысы - Башҡортостан менән Төркиә предприятиелары араһында кооперация бәйләнештәрен нығытыу.

Башҡортостан Төркиәгә бизнес-миссия менән 40 предприятие ебәрәсәкБашҡортостан Төркиәгә бизнес-миссия менән 40 предприятие ебәрәсәк
Башҡортостан Төркиәгә бизнес-миссия менән 40 предприятие ебәрәсәк

Республика Хөкүмәте «Төркиә - яңы географик наратив» эшлекле онлайн-осрашыуында 4-5 октябрҙә Төркиә Республикаһына 27 экспортер, шулай уҡ 13 импортер һәм йәмәғәт ойошмаһы вәкилен ебәрергә ниәтләүен раҫланы.

Онлайн-осрашыу барышында эксперттар Төркиә менән эшләү үҙенсәлектәре, ғәмәлдәге логистик ҡарарҙар һәм валюта операциялары хаҡында һөйләне, сит илдә партнерҙар эҙләү һәм һайлау буйынса юл картаһын тикшерҙе. Башҡортостанда экспортлаусыларға ярҙам итеү буйынса ҙур эш шул иҫәптән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә лә алып барыла, ул саҡта сит илгә потенциаль продукция ташыусылар дәүләт яғынан ярҙам ала.

- Республикала экспортерҙар һәм экспортҡа йүнәлеш алған предприятиелар өсөн инфраструктура ярҙамы төҙөлгән. Төп ярҙам институты булып БР Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге тора. Төркиәлә республика вәкиле һөҙөмтәле эшләй - уның төп бурысы - Башҡортостан менән Төркиә предприятиелары араһында кооперация бәйләнештәрен нығытыу. Беҙ бөгөн импорт мәсьәләһенең киҫкен тороуын күрәбеҙ һәм был йүнәлеште иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, - тип аңлатма бирҙе буласаҡ бизнес-миссияға төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас