Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Сентябрь 2022, 03:56

Юлдар тәртипкә килтерелә

Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе юлының 5 саҡрым участкаһы төҙөкләндерелде.

Юлдар тәртипкә килтереләЮлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе юлының 5 саҡрым участкаһы төҙөкләндерелгән. Эштәрҙе Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы башҡарған. Килешеү хаҡы 77 миллион һум.

Килешеүҙә ике йыл (2022-2023) дауамында эштәрҙе башҡарыу ҡаралғайны, ләкин подрядсылар тулыһынса бер миҙгелдә күләмде үтәне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Юлсылар емерелгән иҫке асфальтты алған, ныҡлы һәм оҙаҡҡа һуҙылған ваҡ ташлы-мастик асфальт-бетон ҡатламын һалған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашманы урындағы климатты һәм юлдың тәьмин ителешен иҫәпкә алып, күләмле-функциональ проектлау ысулы буйынса һайлағандар. Шулай уҡ эштәр исемлегенә юл ситтәрен нығытыу һәм юл билдәләрен һыҙыу ингән.

«Башҡарылған ремонттарҙың сифатына айырыуса ҙур иғтибар бүленә - милли проект объекттарында эштәрҙе башҡарыуға күп баҫҡыслы контроль ойошторолған. Тәүҙә подряд ойошмалары, һуңынан заказсы, һуңынан Федераль юл агентлығы белгестәре башҡара», - тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас