

Ҡыйғы районы Ибрай ауылы оҙаҡ йылдар БДУ ректоры вазифаһын башҡарған бөйөк ғалим Рәғиб Ғимаевтың тыуған ауылы булараҡ билдәле. Ауылда 1981 йылда асылғандан бирле капиталь ремонт күрмәгән бина танымаҫлыҡ итеп яңыртылып, ошо көндәрҙә яңынан асылды. Ибрайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та килде.
Учреждение илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә яңыртылған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.