+21 °С
Облачно


“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты ярҙамында Үрге Тәтешлеләге Бармыш йылғаһы быуаһы янындағы йәмәғәт урыны рәткә килтерелә.
2021 йылдан алып йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған – тротуарҙар һалынып бөткән, бордюр таштары ҡуйылған, быуа төбө таҙартылған, пляж һәм балалар зоналарында ер эштәре башҡарылған, яҡтыртылған, эскәмйәләр яңыртылған, өс беседка ҡуйылған, уларҙа резина япма һалырға ғына ҡалған. Пляж һәм балалар зонаһы, видеокүҙәтеү системаһы, фонтан һәм шлагбаум тиҙҙән әҙер буласаҡ.